+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Май 2023, 16:10

Киң офоҡтар, яҡты киләсәк көтә!

Әбйәлил районы Яңы Балапан мәктәбенән Илнур Абдрахманов, Алмас Йомабаев, Даяна Рәхимова һәм Айҙар Кеметов өсөн бөгөн айырыуса тулҡынландырғыс көн. Сөнки мәктәптә һуңғы тапҡыр көмөш ҡыңғырау сыңланы.

Киң офоҡтар, яҡты киләсәк көтә!
Киң офоҡтар, яҡты киләсәк көтә!

Ун бер йыл буйы белем алған туған мәктәбегеҙҙән, яратҡан уҡытыусыларығыҙҙан, синыфташтарығыҙҙан айырылыуы бер аҙ моңһоуыраҡ булһа ла, алда һеҙҙе киң офоҡтар, яҡты киләсәк көтә. Имтихандарҙы ғына түгел, тормош ҡуйған һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, хыялдарығыҙҙы ысын итергә яҙһын! Ә ғүмерҙең иң матур миҙгеле булған мәктәп йылдары онотолмайынса, матур бер иҫтәлек булып, күңелегеҙҙә мәңге һаҡланыр. Аҡ юл һеҙгә, ун беренселәр!

Фотола: Ун беренселәр синыф етәкселәре Айбулат Мөхтәр улы Солтанов менән.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: