+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Май 2023, 11:50

Хәйриә акцияһында ҡатнаш!

26-28 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында, «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә, «Китап бүләк ит» һәм «Китаптың яңы тормошо» хәйриә акциялары ойошторола. 

Хәйриә акцияһында ҡатнаш!
Хәйриә акцияһында ҡатнаш!

Һәр кем балалар йорттары, дауаханалар, хоспистар, мәктәптәр һәм китапханалар өсөн китаптар тапшыра ала.

-Махсус йыйыу пункттары асыла. Күп кенә нәшерселәр Өфө хосписына әҙәби йыйынтыҡтар тапшырырға теләк белдерҙе, — тип белдерә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының социомәҙәни эшмәкәрлек бүлеге етәксеһе Ирек Иманғәлин.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, сара Башҡортостан Башлығы булышлығында ВДНХ-ла Мәскәү халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһе һәм «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивале кеүек ойошторола.

Фестивалдең киске программаһында — артистар Даниил Спиваковский, Дмитрий Дюжев, Дарья Мороз башҡарыуында моноспектаклдәр һәм әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу.

Йәрминкәнең көндәлек эше Рәсәй һәм башҡорт әҙәбиәтенең классик әҫәрҙәре — «Кеше яҙмышы», «Өс таған», «Ал елкәндәр» буйынса нәфис фильмдар күрһәтеү менән тамамлана.

Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: