+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Май 2023, 12:25

Иң ҡәҙерле бүләк - китап

Кисә китап-байрамында  Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең тирмәһендә бик ҡыҙыҡлы хәл булды.

Иң ҡәҙерле бүләк - китап
Иң ҡәҙерле бүләк - китап
-Таныштар аша Әбйәлил районынан Рәшиҙә Вәлиева-Мәһәҙиеваның байрамға юлға сыҡҡанын белдек. Ул күптән хыялланған башҡортса Ҡөръән китабын алырға, китап-байрамын үҙ күҙе менән күрергә теләгәнен белеп, бүләккә был китапты әҙерләп тә ҡуйҙыҡ. Уның иртәгә тыуған көнө икәнен дә иҫәпкә алдыҡ, - ти “Республика Башкортостан” гәзите мөхәррире Гүзәл Нәбиева.
Рәшиҙә Мансур ҡыҙы кәштәләрҙе барлап, үҙенә оҡшаған китаптарҙы һайлап алды: “Ағиҙел” журналы баш мөхәрирре, яҙыусы, драматург Мөнир Ҡунафиндың китаптарын, юмор оҫтаһы 
Марсел Сәлимовтың китаптарын алды ла, үҙенең хыялына барып еткәс, баҙап ҡалды: ҡиммәт. Хаҡлы ялдағы кеше өсөн 1900 һумлыҡ китап ат хаҡы уҡ булмаһа ла, кеҫәне еңеләйтә. Яңы алынған китаптарын янсығына һалып, Ҡөръәнгә үрелгән арала Гүзәл Нәбиева Рәшиҙә апайға бүләкте һуҙҙы. 
- Мин был китап тураһында ете йыл хыялландым! Ниһәйәт уны ҡулыма алдым. Нижневартовск ҡалаһында йәшәгәндә иманға баҫтым, доғалар уҡый башланым. Шул мәлдән алып ошо китап тураһында хыялланам. Ниһәйәт ул тормошҡа ашты! Аллаһы Тәғәләнең бер рәхмәте тип ҡабул итәм, - тине Рәшиҙә Рәйес ҡыҙы.
Бына шулайтып Китап-байрамы майҙансығы хыялдарҙы тормошҡа ашырыу еренә лә әйләнде.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru
 
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: