+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
31 Май 2023, 06:15

Өфө буйлап сәйәхәт

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Донбасс балалары өсөн Өфө буйлап сәйәхәт ойошторҙо. Улар баш ҡаланың иң матур һәм иҫтәлекле урындары менән танышты.

Өфө буйлап сәйәхәтӨфө буйлап сәйәхәт
Өфө буйлап сәйәхәт

Сәйәхәттә бер нисә әсәй һәм 17 бала ҡатнашты. Улар Башҡортостанға былтыр йәй яҡындары менән бергә килгән. Әлеге ваҡытта баш ҡала эргәһендәге ял йорттарының береһендә мәжбүри күскенселәр сифатында көн итәләр. Бер йыл эсендә тормоштары яйға һалынған: махсус хәрби операция биләмәһенән тиҙ арала һәм нисек бар, шулай сығып киткән кешеләр бөгөн документтар юллаған, ҡайһылары эшләп йөрөй, балалар урындағы мәктәптәрҙә уҡыуҙарын дауам итә.

Кәйефтәре көр, ҡыҙыҡһыныусан балаларҙы Совет майҙанында, легендар генерал Шайморатовҡа монументаль һәйкәл янында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, тарихсы Азат Ярмуллин ҡаршы алды. Ул һәйкәл тураһында мәғлүмәт еткерҙе, унда һүрәтләнгән ваҡиғаларға, образдарға аңлатма бирҙе.

Артабан балалар “Ете ҡыҙ” фонтанын, Шәйехзада Бабич, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәлен барып күрҙе, аквапаркта булды.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.

Сығанаҡ: bashgazet.ru

Фото: Б.КҮСЕМХАНОВ.

Өфө буйлап сәйәхәт
Өфө буйлап сәйәхәт
Өфө буйлап сәйәхәт
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас