+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
3 Июнь 2023, 17:20

Тик һинән айырмаһын

Вәлит Әлимбәтов һүҙҙәре, Ризван Хәкимов көйөнә яҙылған йыр тәҡдим итәбеҙ, дуҫтар!

Тик һинән айырмаһынТик һинән айырмаһын
Тик һинән айырмаһын

Был донъяла һин булмаһаң,

Кемде яратыр инем?

Шатлыҡ-ҡайғы, һағышымды

Нисек таратыр инем?

 

Яҙмыш еле мөхәббәттең

Ҡанатын ҡайырмаһын.

Утҡа һалһын, һыуға һалһын,

Тик һинән айырмаһын.

 

Был донъяла һин булмаһаң,

Һөйөү булыр инеме.

Һандуғастар тиктомалдан

Һайрап торор инеме.

 

Был донъяла һин булмаһаң,

Ҡояш һүрелер ине.

Мөхәббәтемде таба алмай,

Йәнем өҙөлөр ине.

 

Фото: Скриншот.

Видео: “Халыҡ баянсылары һәм гармунсылары”.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас