Нур Дауытов музыкаһы, Вәлит Илембәтов шиғыры.
Көмөш күлен ташлап аҡҡош оса,
Йөрәгемдә һағыш ялҡыны.
Ҡанаттарын елпеп, аҡ нурҙарын һибеп,
Хыял ҡошом китә ахрыһы.
Күңелем түрендә, тормошом күгендә
Һин оҡшашһың ошо аҡҡошҡа.
Һауала бер (ул) аҡҡош, күңелемдәге (хыялымдағы) ҡош,
Ҡанат елпеп-елпеп хушлаша!
Яҙын ҡайтмай ҡалһа, ошо аҡҡош
Ҡанаттарын елдәр ҡайырыр.
Күл аҡҡошһоҙ нишләр, илай-илай кибер,
Аҡҡошҡайын көтөп, һағынып?!
Күңелем түрендә, тормошом күгендә
Һин оҡшашһың ошо аҡҡошҡа.
Һауала бер (ул) аҡҡош, күңелемдәге (хыялымдағы) ҡош,
Ҡанат елпеп-елпеп хушлаша!
Видеола: Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылынан Рәзилә Йылҡыбаева йырлай.
Фото: Скриншот.
Видео: Нурзилә Хәсәнова.