Иртән торғас та Булат.
Кирелеп-һуҙылып ята
Карауатында тулап.
Сәғәт туғыҙ тулыр саҡта,
Ашыҡ-бошоҡ ҡапҡылап,
Саҡ өлгөрөп сығып тая
Сығынлаған ат һымаҡ.
Тәүҙә һөтөн эсеп, аҙаҡ
Битен йыуа бесәйе.
“Мал эйәһенә оҡшай”, – тип,
Белеп әйтә әсәйем.