

Бик оҙон мыйыҡтары,
Күҙҙәре янып тора.
Сысҡандарҙы аулар өсөн
Туҡтауһыҙ хәйлә ҡора.
(n̯әɔǝƍ)
Ишек алдында хужа,
Сит малдарҙы ул ҡыуа,
“Һау-һау!” - тиеп ул өрә,
Барса ерҙә өлгөрә.
(ʞөɔөʞ)
Һаҡалы бар - бабай түгел,
Бер кемгә лә ағай түгел.
Тәү ҡарашҡа меҫкен, өтөк,
Үсектерһәң - китә төкөп.
(әεәʞ)
Ауыҙы бар – көйшәмәҫ,
Теше бар – тешләмәҫ,
Ултырһаң – күтәрер,
Етәкләһәң – эйәрер.
(ɯɐ)
Ҡуян ҡолаҡлы, ат тояҡлы.
(ʞәmи)
Тарағы бар - сәсен тарамай,
Урағы бар – иген урмай.
(ɔәɯә)
Бәләкәй генә һары йомғаҡ
Йүгереп йөрөй сиҙәмдә.
(mǝƍǝɔ)
Муйыны – дуға, арҡаһы – эйәр.
(әn̯өɓ)
Энәләре күп булһа ла,
Кейем текмәй был кейек.
Сәнскеле балаһын да
Һөйә: ”Йомшағым!”- тиеп.
(ǝudǝɯ)
Йәйен - урманда батша,
Ҡышын - ҡарҙан да аҫта.
(ʎıqn̯ɐ)
Йәйен - һоро, ҡышын - аҡ,
Ҡыҫҡа ҡойороҡ, шеш ҡолаҡ.
(нʁʎҡ)
Сығанаҡ:vk.com