

Ҡарағат ҡыуаҡтары
Баҡса буйлап теҙелгән.
Аҡ, ҡара, һары тәлгәштәр
Тәмле булып өлгөргән.
Элиза МОРТАЗИНА
Был емеште кеше боронғо замандарҙан уҡ үҫтерә. Тыуған ере тип Азия һаналһа ла, уны үҫтереү буйынса тап беҙҙең илебеҙ донъяла беренсе урында тора. Ҡарағат тәбиғәттә бик киң таралған: Рәсәйҙең Европа өлөшөндә лә, Себерҙә лә, Кавказда ла үҫә. Уның 190-ға яҡын төрө бар. Емеште, Евразиянан тыш, Төньяҡ Америкала ла табырға мөмкин, тик Австралия менән Антарктидала ғына юҡ.
Ҡарағат төрлө-төрлө витаминдарға бай. Мәҫәлән, А, С, Е, Н, РР, К витаминдары, В витамины төрҙәре , тимер, цинк, магний, калий, натрий, хром, фтор, цирконий, кремний, кальций, көкөрт, молибден, марганец, никель, селен, йод. Шунлыҡтан бигерәк файҙалы ла. Ул иммунитетты күтәрә, энергия бирә, нервыларҙы тынысландыра, йоҡоно яҡшырта, аппетитты аса, ҡан баҫымын төшөрә, аҙ ҡанлылыҡтан,быуын һыҙлауынан ярҙам итә, тын юлдары сирҙәренән арындыра, күҙ ауырыуҙарынан һаҡлай, ашҡаҙан, бөйөр һәм эсәклек эшмәкәрлеген яҡшырта, насар бактерияларҙы үрсетмәй, эстәге токсин, шлактарҙы сығара, хатта ябыҡтыра икән.
Ҡарағат көнө менән, дуҫтар!