+4 °С
Ясно
VKOKМакс
Төрлөһөнән
15 Августа 2023, 07:50

Һай, үҙебеҙҙең егет!

“Башҡорт аты” икенсе халыҡ-ара фестивале  йөкмәткеле һәм бик матур үтте. Ул Баймаҡ районының Граф күле янында ойошторолғайны. Сараға халыҡ та күп йыйылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һай, үҙебеҙҙең егет!Һай, үҙебеҙҙең егет!
Һай, үҙебеҙҙең егет!

 Бигерәк тә “Ауҙарыш" уйыны бик ҡыҙыҡлы һәм сәмле барҙы. Бында һыбайлы килеш бер - береһен ат өҫтөнән ҡолатырға тейештәр. Ҡайһы бер бәйгеселәр бик оҙаҡ "көрәште". Ә бына Баймаҡ районы Ғүмәр ауылы егете Юнир Заманов (видеола) Ҡаҙағстан егете Алтайҙы әллә "сиртеп" кенә ҡолатты ул...

Һүрәттәрҙә: Баймаҡ районы Аҡтау ауылынан Әғзәм Иҫәндәүләтов. Саранан күренеш.

 

Фото: Ләлә Рафиҡова һәм автор фотолары.

Сығанаҡ һәм видео: “Атайсал” гәзите.

Һай, үҙебеҙҙең егет!
Һай, үҙебеҙҙең егет!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас