

Сөнки уның Салауат Юлаев һәйкәлен күргеһе, теплоходта йөрөгөһө килә. Бына ошо көндәрҙә Аселдең хыялы тормошҡа ашҡан. Әсәһе Рина менән атаһы Альберт Вәхитовтар ҡыҙын баш ҡалаға алып килеп, бик күп матур, тарихи урындар менән таныштырған. Афарин! Видеола Асель ҡыуанысынан “Ете ҡыҙ” фонтаны янында бейеп йөрөй. Башҡорт халҡының билдәле легендаһына таянып, танылған “Ете ҡыҙ” бейеүенә эйәреп эшләнгәнгәме икән, уны халыҡ, айырыуса башҡорттар ярата. Аселгә лә ныҡ оҡшаған был фонтан. Әйткәндәй, Асель өйҙәрендә интернет селтәрҙәре аша үҙе бейергә өйрәнә икән.