

Виктория Шиманская – эмоциональ интеллект үҫеше буйынса эксперт, психология фәне докторы, бестселлерҙар авторы, уҡытыусы, эре һанлы белем ресурстарын булдырыусы.
Был – ата-әсәләр өсөн асыҡ лекция. Балалар фестивалдең башҡа майҙансыҡтарында мауыҡҡанда, уны мотлаҡ барып тыңларға кәрәк. Үткәреү урыны: Октябрь Революцияһы урамы, 3А, 206-сы аудитория.
Үҙ балаларығыҙ, уларҙың үҫеше һәм тәрбиәләү алымдары тураһында күберәк белергә теләһәгеҙ, ҡатнашығыҙ. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә тура трансляция ойошторола, ә инде спикерға туранан-тура һорау бирә алыу күпкә ҡыҙығыраҡ.
Ҡатнашыу бушлай. Бында теркәлергә: https://forms.gle/ceswbjrNq55HFqUf9.
Сығанаҡ: bashgazet.ru.
Фото:yandex.ru.