+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Сентябрь 2023, 14:47

Азалияға гимнастика серҙәрен өйрәтә

Талантлы башҡорт журналисы, яҙыусы, политолог Иршат Теләүембәтов әле тыуған яғында Бөрйән районы Аҫҡар ауылында йәшәй һәм ижад итә. Ул элек бейеү менән дә шөғөлләнгән икән. 

Азалияға гимнастика серҙәрен өйрәтә
Азалияға гимнастика серҙәрен өйрәтә

"Азалия ҡыҙым быйыл тәүге тапҡыр сәскәләр тотоп мәктәпкә уҡырға барҙы, уҡытыусыһы Әҡлимә апаһының дәрестәренән тырышып-тырышып уҡый башланы. Ә ҡайтып ингәнен мин дә көтөп йөрөнөм. Сөнки гимнастика буйынса күнекмәләрҙе артабан да дауам итергә кәрәк ине.
Әлбиттә, ҡыҙым сальто яһау, көйәнтә һымаҡ бөгөлөп атлап йөрөү, шпагатҡа ултырыуҙы күптән үҙләштерҙе инде. Тик күнекмәләрҙе дауам итеү өсөн минең алда ике ауыр һорау тыуҙы.
1) Уның аяҡтары нығынған. Тик хәҙер ҡулдарҙы ла көсәйтергә кәрәк бит?
2) Сальтоны алға эшләп була ла ул. Тик уны артҡа ла эшләргә кәрәк бит әле!
"Азалия әле бәләкәй, әллә юҡ менән буламмы?"- тигән уй ҙа үтте баштан. Студент саҡта бейергә йөрөгәндә кәйеф төшөнкөлөгөнә бирелеп ошоларҙы көскә эшләгәйнек түгелме?. Ләкин рәхәт кенә ҡул һелтәп ҡуйыу, йәлләү барлыҡ тырышлыҡты юҡҡа сығарыу булыр ине! Шулай ҙа ҡыҙымдың ҡаратырышлығы арҡаһында түбәндәге комбинацияны эшләргә тотондоҡ:
алға сальто + ҡулдарға таяныу атлап барыу + көйәнтә хәленә килгәндән һуң кәмендә артҡа ике тапҡыр сальто яһау.
Иншалла, килеп сыҡты бит! Күптәр Азалия мотлаҡ гимнаст, бәғзеләре бейеүсе булыр тип юрай. Тик, минеңсә, икеһенә лә сослоҡ, кәүҙәгә еңел идара итергә кәрәк. Ҡатмарлы трюктарҙан торған ғәскәровсыларҙың "Гопак", моисеевсыларҙың "Бессарабия сиғандары" бейеүҙәре ошоға бер миҫал түгелме? Ярай, юрамайыҡ әле, бөтәбеҙ ҙә имен-һау булайыҡ! Шуға Азалия беҙгә бер йәм, бәләкәй генә Бөрйән ҡыҙы булып йөрөһөн әле!

Ямғырҙар туҡтап көндәр ҙә аяҙға тартты. Азалия беренсе класта һәүетемсә генә уҡып йөрөй. Ныҡ тырышҡан була! Өйҙә лә ярҙам итә. Яңыраҡ күмәкләшеп бәшмәккә лә барып килдек. Ә миңә, бабайға, иң мөһиме: гимнастиканан шөғөлләнеү өсөн тап ошондай һәйбәт көн кәрәк ине!
Әлбиттә, бәләкәй саҡта кәүҙә һығылмалы була бит. Үҙ мәлендә ошоно иҫтә тоторға кәрәк! Шуның өсөн ҡыҙыма түбәндәге талаптар ҡуйылды. Тик улар бер ҙә еңелдән түгел ине:
1. Арҡаға салҡан ятып аяҡты яурынға һалыу (1-се фото).
2. Артҡа мөмкин тиклем эйелеү ( 2-се фото).
3. Шунан башты тубыҡтар тәңгәленә килтереү (3-сө фото).
Иншалла, бик ныҡ борсолһам да ҡыҙым гимнастиканан ҡатмарлы имтиханды бик уңышлы тапшырҙы.
Хәҙер, Алла бирһә, гимнастика менән бергә хореографияны, йәғни бейеү хәрәкәттәрен дә өйрәнә башларға тейешбеҙ. Кистәрен яҙышһам да аҙнаһына бер-ике көн ошоноң менән шөғөлләнермен тим инде.
Әлбиттә, тәүге күнекмәләр тыпырлатыуға (дробтарға) бәйле буласаҡ. Сөнки был бейегәндә иң мөһимдәрҙең береһе бит!"
 
    Иршат Теләүембәтовтың сәхифәһенән (https://vk.com/id714484746).
 
Фото: vk.com.
/
Азалияға гимнастика серҙәрен өйрәнә
Азалияға гимнастика серҙәрен өйрәнә
Азалияға гимнастика серҙәрен өйрәнә
Азалияға гимнастика серҙәрен өйрәнә
Азалияға гимнастика серҙәрен өйрәнә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: