+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Төрлөһөнән
27 Октябрь 2023, 13:00

Ҡышын ҡайҙа сәйәхәт итеп була?

Республикала йәйгеһен дә, ҡышҡыһын да ҡарай торған урындар күп. Мәҫәлән, Шүлгәнташ мәмерйәһе. Музей комплексы һәм мәмерйә йыл әйләнәһенә асыҡ, комплексҡа автомобилдәр өсөн яҡшы юл һалынған.

Ҡышын ҡайҙа сәйәхәт итеп була?Ҡышын ҡайҙа сәйәхәт итеп була?
Ҡышын ҡайҙа сәйәхәт итеп була?

Башҡортостанда ҡышҡы көндәрҙә ҡайҙа барырға мөмкин булыуы хаҡында Республика менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының "Сәләм" тапшырыуы тура эфирында Туризмды үҫтереү үҙәге вәкиле Заһир Ҡотлосурин сығыш яһаны.

Салауат районында - Янғантау, тине ул. Унан алыҫ түгел Ҡорғаҙаҡ шишмәһе аға, һыуы кальций һәм магнийға бай. Ә тау саңғыһын яратыусылар Әбйәлил районындағы Яҡтыкүлгә бара ала. Күлдән йыраҡ түгел ерҙә тау саңғыһы үҙәге урынлашҡан, унда ябай йәки ҡатмарлы трасса һайларға мөмкин.

Башҡортостанда туризм әүҙем үҫешә. 23 – 26 октябрҙә Өфөлә III Этнотуризм форумы үтте. Форумға Белоруссиянан һәм Абхазиянан да ҡунаҡтар килде. Әйткәндәй, Башҡортостандың өлкән быуын кешеләре "Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек" программаһы буйынса Абхазияға һәм Беларусь Республикаһына бара ала.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас