

Һуғыштан һуңғы ауырлыҡты үҙ күҙҙәре менән күргән рәссам ысынбарлыҡты һүрәтләгән: тормош михнәттәренә бирешмәгән, бер-береһенә терәк, кәрәк булып йәшәгән "Өс ҡатын", атаһын, улын, ирен күҙ талдырып көткән "Көтөү" картинаһы образдары, донъяны баҫырлыҡ һағыш менән тулған "Хушлашыу" картинаһындағы йәш ғаилә...
– Башта ошо эшкә уйын кеүек кенә тотоноп киткән хеҙмәттәштәремә шул ваҡыттың еле ҡағылған кеүек булды: бер аҙға етдиләнеп, моңайып киттеләр. Шулай булмай ни: һуғыш михнәттәрен күргән быуындың балалары бит беҙ, – ти Красноусол башҡорт гимназияһы директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com/kurultaibashkir