

Ә һигеҙ йәштә – мәктәпкә үҙ аллы барып ҡайтыуы ҙур уңыш;
12 йәшендә – яҡын дуҫтары булыуы яҡшы;
18 йәшендә водитель таныҡлығы алыу – уңыш;
Егерме өс йәштә – юғары уҡыу йортон тамамлау маҡтаулы;
Егерме биштә – һәйбәт килемле эшең булыуы яҡшы;
Утыҙ йәшкә – ғаиләле булыуың маҡтаулы;
Утыҙ биштә – ниндәйҙер мөлкәтең булыуы яҡшы;
Ҡырҡ биштә – йәштәр кеүек тышҡы ҡиәфәтең булыуы шатлыҡ;
Илле биштә – аҡыллы, иманлы, яҡшы тәрбиәле балаларыңдың булыуы бәхет;
Алтмыш йәштә – хәләл ефетең менән, йәш саҡтағы кеүек, матур мөнәсәбәтең булыуы шатлыҡ;
Етмештә – сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуың бик шәп;
Етмеш биштә – балаларыңдың ҡарамағына бәйле булмау хуплы эш;
Һикһән йәштә – дуҫтарыңдың иҫән-һау булыуы бәхет;
Һикһән биштә – кибеткә барһаң, ҡайтыр юлды белеүең яҡшы;
Туҡһанда – үҙ кейемеңде бысратмауың маҡтаулы...
Шуға ла, дуҫтар, һәр көнөгөҙҙө файҙалы ғилем алып, изге ғәмәлдәр ҡылып, һөйөнөп, ғаиләгеҙ менән бәхетле, һау-сәләмәт тормошта бөгөн йәшәргә кәрәк!
Фото: З. Хәкимова.
Сығанаҡ: “Даирә” төркөмө.