

– Тәүге тапҡыр ошондай сара үткәрәбеҙ. Шуғалырмы, ҡатнашыусылар әлегә күп түгел. Киләһе йылдарҙа ул ҙур бәйгегә әйләнеп китер, тип ышанам, – ти үҙәктең етәксеһе Заһир Таһир улы Ишкинин.
Ҡар бөртөгө титулы өсөн Элина Ғафурова, Әҙилә Абдуллина һәм Мәрйәм Утарбаева көрәште. Үҙҙәре менән таныштырғандан һуң, ҡыҙҙар ижади номер күрһәтте: бейене, шиғыр һөйләне. Әҙиләнең әсәһе менән әңгәмәләшәбеҙ.
– Ҡыҙымдың телмәре үҫешеп етмәгән. Ҡатмарлы операция яһаттыҡ, тиҙҙән бар балалар кеүек матур итеп һөйләшә башлар, – ти Рәшиҙә Бикйән ҡыҙы. – Әлбиттә, ҡыҙыбыҙ инвалид тип ултырмайбыҙ, әүҙем тормош алып барабыҙ: Әҙилә бейеүгә, модель агентлығына йөрөй, логопед менән шөғөлләнә. Хатта ғаиләбеҙ менән республика конкурстарында урын алғаныбыҙ бар.
Малайҙарҙан иһә Богдан Мусин, Бәхтийәр Утарбаев, Баййегет Шаһыбалов үҙ көсөн һынап ҡараны. Богдандың күҙҙәре насар күрә. Тик был фортепианола оҫта уйнауына бер нисек тә ҡамасауламай. Бәхтийәр бейеп күрһәтһә, Баййегет атаһы менән сығыш яһаны: Айнур Кәрим улы баянда уйнаны, ә малай башҡортса оҫта итеп йырланы.
Һәр бала маҡтауға лайыҡ ине. Уйлап алғас, Ҡыш бабай һәр береһенә бағыусыларҙан текә бүләктәр тапшырҙы.
Ә сара дауам итте. Республика халыҡ ижады үҙәге оҫта ҡулдар өсөн конкурс иғлан иткәйне. Шыршы өсөн этноуйынсыҡ төбәгебеҙҙә йәшәгән милләт вәкилдәренең тарихын, мәҙәниәтен сағылдырырға тейеш ине. Ойоштороусы Альбина Юлдашбаева белдереүенсә, 300-ләп фото ҡабул ителгән. Финалсылар уйынсыҡтарын биналағы матур шыршыға элеп ҡуйҙы. Еңеүселәр тип Туймазынан Олег Жуанышпаев, Силәбенән Румия Рыҫмөхәмәтова, Бәләбәйҙән Альбина Сәйфетдинова, Өфөнән Рәлиә Аратова, Сергей Обухов, Лилиә Вәлиәхмәтова, Маргарита Хрычёва, “Селтәр” студияһы, Әлшәйҙән Гүзәлиә Ғиззәтуллина, Шамониндан “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы билдәләнде. Был үҙенсәлекле уйынсыҡтарҙы һеҙ ҙә килеп күрә алаһығыҙ, дуҫтар!
АВТОР фотолары.