+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
30 Декабрь 2023, 15:00

Ҡотлауҙар, теләктәр

Аждаһа йылы яҡынлаша. Ун ике йәнлек-хайуан араһынан берҙән-бер мифик зат ул. Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуған билдәле шәхестәр үҙ йылынан нимә көтә икән? Ә үтеп барған йыл нимәһе менән иҫтә ҡалған? Әйҙәгеҙ, уларҙы тыңлайыҡ.

Ҡотлауҙар, теләктәрҠотлауҙар, теләктәр
Ҡотлауҙар, теләктәр

Лилиә ИШЕМЙӘРОВА, йырсы:
– Йыл уңышлы килде: тыңлаусыларыма яңы йырҙар тәҡдим иттем, өс клип сығарҙым. Ғаиләбеҙ хаҡында һүҙ йөрөткәндә, бигерәк бәхетлемен: тәүге ейәнебеҙ тыуҙы – өләсәй булдым!
Киләһе йылға ла пландар күп. Мәҫәлән, ғинуар аҙағында Тимур Рамазанов менән Башҡортос­тан ҡалалары буйлап гастролгә сығасаҡбыҙ. Йә­нә яңы йырҙар яҙҙырырға иҫәп бар. Ысынлап та, Аждаһа йылы – үҙемдең йыл – минең өсөн һәр саҡ яҡшы килә, быйыл да шулай булырына ышанам.

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ, яҙыусы:
– Киләһе йыл тик «аждаһалар»­ға ғына уңыш килтерә, тигәнгә ышанмайым. Улай булһа, һәр кешенең үҙ ғүмерендә бер нисә тап­ҡыр ғына бәхетле осоро булыр ине. Бар нәмә үҙебеҙҙән тора. Үтеп барған йыл минең өсөн яҡшы яҡтан ғына хәтерҙә ҡалды. Ижади осрашыуҙар, күңелле сәфәрҙәргә бай булды ул. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутат итеп һайланыуым иһә яуаплылыҡ өҫтәне.
Бөтә кешеләр кеүек, киләсәккә ҙур өмөттәр менән йәшәйем. «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире булараҡ, уның 30 йәшен, Яҙыусылар союзы рәйесе булараҡ, ойошманың 90 йыллығын гөрләтеп үткәрергә яҙһын. Ғаиләмдең, туғандарымдың иҫән-һау булыуы – үҙе ҙур бәхет. Донъялар тынысланһын, илебеҙ, һәр саҡтағыса, көслө булып ҡалһын.

Линар БӘЙЕТОВ, актёр:
– Ижади яҡтан бай булды Ҡуян йылы: спектаклдәр, гастролдәр... Беҙ, артистар, ырым­дарға ышаныусан халыҡ бит. Шуға үҙемдең йылыма ҙур өмөт менән ҡарайым. Яңы йылда барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем. Йәш дуҫтарым, һәр кемегеҙ маҡсаттарына ирешһен!

Риф ҒӘБИТОВ, бейеүсе:
– Бейеү ҡуйыусы булараҡ гел генә «Байыҡ» бәйгеһендә ҡатнашып торам. Быйылғы һөҙөмтәләр бигерәк ҡыуандырҙы: «Йыл балетмейстеры» исеменә лайыҡ тип табылдым, бер нисә бейеүем Гран-при һәм I урын алды. Йәштәргә рәхмәтлемен: ҡартайырға бер ҙә ирек бирмәйҙәр, бейеүҙәр һорап мөрәжәғәт итәләр. Мин дә һыр бирмәҫкә тырышам бит инде – ижад итәм, эҙләнәм. Йәш бейеүселәрҙең үҙҙәренә ышанысы оҡшай. Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр бит.
Һеҙгә лә, ҡәҙерле уҡыусылар, сән­ғәткә, ижадҡа, матурлыҡҡа ынтылығыҙ, тигән теләктә ҡалам. Донъялар имен тор­һон!

Ҡотлауҙар, теләктәр
Ҡотлауҙар, теләктәр
Ҡотлауҙар, теләктәр
Ҡотлауҙар, теләктәр
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас