+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
31 Декабрь 2023, 05:00

Балалар ҡотлай

2023 йылда ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡыусылар күп булды. Уларҙың икәүһе ҡыуаныстары менән уртаҡлашып, «Йәншишмә» гәзите уҡыусыларын Яңы йыл менән ҡотлай.

Балалар ҡотлайБалалар ҡотлай
Балалар ҡотлай

Рамаҙан БИККИНИН, йыр конкурс­тары еңеүсеһе, Өфөләге Максим Горький исемендәге 3-сө гимназияның VI синыф уҡыусыһы:
– Ҡәҙерле дуҫтар, етеп килгән Яңы йыл менән! Һәр кемгә матур хыялдарының тормошҡа ашыуын, ныҡлы һаулыҡ һәм, әлбиттә, бөтә башланғыстарында уңыштар теләйем. Яңы 2024 йыл яҡты һәм бәхетле булһын!
Барыбыҙ ҙа уҙған йылға йомғаҡ яһай. Минең өсөн ул емешле булды. Белоруссияның Витебск ҡалаһында үткән «Славян баҙары»н асыу тантанаһында ҡатнаштым. Төрлө йыр конкурстарында дүрт Гран-при яулау бәхете тейҙе. Шулай уҡ «Иң мөһим балалар йырҙары» проектында ҡатнашып, «Онотмағыҙ» тигән йырҙы яҙҙыр­ҙыҡ, уға клип та төшөрөлдө.
Тағы бер мөһим яңылығым бар: быйыл мин тыуған ҡалам Өфөгә күсеп килдем. Хәҙер төрлө конкурстарға йөрөү, байрам концерттарында һәм сараларында ҡатнашыу еңелерәк.
Алдағы йыл да ваҡиғаларға бай буласаҡ. Яҙ көнө Башҡортостандан ситтә үтәсәк өс етди бәйгелә ҡатнашырға йыйынам. Барыбыҙға ла уңышлы йыл теләйем!

Вадим ХАРИСОВ, республика Башлығы стипендиаты, Республика инженер интернат-лицейының XI синыф уҡыусыһы, химия буйынса халыҡ-ара олимпиаданың абсолют еңеүсеһе:
– Был йыл минең өсөн ныҡ шатлыҡлы булды. Химия буйынса Сочиҙа «Сириус»­та уҙ­ған Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңдем. Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астананан Рәсәй химиктары 7 алтын, 2 көмөш,1 бронза миҙал алып ҡайттыҡ. Швейцарияның Цюрих ҡалаһында үткән халыҡ-ара олимпиадала иң-иңе булдым. Беҙҙең илдән 4 уҡыусы барҙыҡ, командабыҙ 3 алтын, 1 көмөш миҙал яуланы.
Мин химия менән VII синыфта ныҡлап шөғөлләнә башланым.Тормош юлымда уҡытыусым Айнур Мансур улы Ғүмәровты осратыуыма бик шатмын. Уға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Остазым менән ғорурланам һәм бәхет, һаулыҡ, киләсәктә лә ҙур уңыштар теләйем. Шундай янып торған, хәстәрлекле, яҡшы күңелле кешеләр күберәк булһын ине.

Балалар ҡотлай
Балалар ҡотлай
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас