Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов 1934 йылдың 15 ғинуарында Ырымбур өлкәһе Алексендровка районы Ҡәйепҡол ауылында тыуған.
1959 йылда Мәскәүҙәге А. В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтын (ГИТИС) О. И. Пыжков һәм Б. В. Бибиков класы буйынса тамамлай һәм актёрлыҡ эшен Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай. Унда 1962 йылғаса эшләй.
1962 йылдан БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио тапшырыуҙары комитетына режиссёрлыҡ эшенә күсерелә. Ф. Биишев менән берлектә Яныбай Хамматовтың «Бөртөкләп йыйыла алтын» (1979) һәм Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә» романдары буйынса тәүге күп сериялы телевизион нәфис фильмдар төшөрә.
«Башҡортостан» киностудияһын ойоштороуҙа ҡатнаша һәм уның беренсе директоры була.
1994 йылдан Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта.
2008 йылдың 6 мартында Өфө ҡалаһында вафат була, Мосолман зыяратында ерләнгән.
Барлығы иллегә яҡын телефильм төшөргән.
Билдәле фильмдары:
«Халҡым һағышы» — 1969 йыл.
«Туй» — 1970 йыл.
«Күңел ҡанаттары» — 1970 йыл.
«Заһир Исмәғилев» — 1986 йыл.
«Халыҡ шағиры» — 1990 йыл.
«Революционер-дипломат» — 1992 йыл.
Кинофильмдары:
«Әхмәтзәки Вәлиди Туған» — 1990 йыл.
«Аҡмулла» — 1990 йыл.
«Ишмулла» — 1991 йыл.
https://ba.wikipedia буйынса.
Фотола: Әмир Абдразаҡов улдары, танылған опера йырсылары Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар менән.