+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Ғинуар , 17:50

Өйҙө төтөн менән таҙартыу

Изге әүлиәбеҙ Мөжәүир хәҙрәт йылына ике мәртәбә өйҙө ошолай төтәтеп таҙартырға өйрәткән.

Өйҙө төтөн менән таҙартыу
Өйҙө төтөн менән таҙартыу

Бынан һуң һаулығығыҙ яҡшырыр, күңелегеҙ тынысланыр, үҙ-ара мөнәсәбәттәр яҡшырып китер.
Мөжәүир хәҙрәт төрлө сирҙән, сихыр, боҙом, ҡара уй, күҙ тейеү, тел-тештән өй эсен төтәтеп таҙалау өсөн боланут (Иван чай) үләнен (уға мәтрүшкә һәм артыш ҡушырға) ҡулланырға кәңәш биргән. Төтәтер алдынан башта тәһәрәтләнегеҙ, доғалар уҡығыҙ. Еләҫ ерҙә киптерелгән артыш (можжевельник), мәтрүшкә, хәҙрәт үләнен (боланут, Иван чай) самалап алығыҙ. Шунан үләндәрҙе бер-бер артлы һауытҡа һалып ут ҡабыҙығыҙ. Иң беренсе артыш, мәтрүшкә, артабан хәҙрәт үләнен яндырығыҙ, аҙаҡ төтөндө өй буйлап йөрөтәбеҙ. Ишектең һул яғынан башлағыҙ, сәғәт теле йөрөүе буйынса барығыҙ. Төтөндө төтәткәндә аҫтан өҫкә йөрөтөргә кәрәк. Үлән ҡайһы ерҙә шытырҙап яна, шул ерҙә төтөнлө һауытты оҙағыраҡ тоторға кәрәк. Изге әүлиәбеҙ ошолай итеп йылына бер-нисә тапҡыр өйҙө таҙалап торорға өйрәткән. Өйҙө һәм үҙегеҙҙе ошо рәүешле төтөн менән таҙартҡандан һуң, тормошоғоҙ ыңғайланыр, сәләмәтлегегеҙ арыуланып, үҙ-ара мөнәсәбәттәр яҡшырыр, юлдарығыҙ асылыр.

 

Фото һәм сығанаҡ: “Файҙалы кәңәштәр”.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: