+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Февраль , 13:05

«БАЛ» медиаүҙәге проекты иң күп тауыш йыйҙы

 Беҙҙең белем усағында «Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау» конкурсына уҡыусылар тарафынан биш проект тәҡдим ителде.

«БАЛ» медиаүҙәге проекты иң күп тауыш йыйҙы
«БАЛ» медиаүҙәге проекты иң күп тауыш йыйҙы

Берәүҙәре – “Медиаүҙәк”, икенселәре – “Балалар ял үҙәге”, өсөнсөләре гимназияла ял итеү урынын һайлаһа, дүртенселәре  психик-эмоциональ ярҙам кабинетын үҙ итте, ә бишенселәре тренажер залы булдырыу яҡлы ине.
Данис Ғилманов һәм уның командаһы “БАЛ” медиаүҙәк булдырыу тураһында йәнле аңлатыу эше алып барҙы.  Команда үҙ сығышында: "Беҙҙең маҡсатыбыҙ: уҡыусылар араһында мәҙәниле аралашыуҙы үҫтереү, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыу тора. Барлыҡ тәрбиәүи сараларҙы, уңыштарҙы, яңылыҡтарҙы ваҡытында яҡтырта барыу мөһим”, – тип һөйләне.
Ә бына Аделина Шафиҡова һәм уның командаһы “Гимназиябыҙҙа психик-эмоциональ ярҙам кабинеты булдырыу” тигән проектын яҡлап сыҡты. Был бүлмәлә ауыр уҡыу көнөнән һуң уҡыусылар рәхәтләнеп ял итеп, яҡшы йырҙар тыңлап, ҡом менән һүрәт төшөрөп, эмоциональ яҡтан тынысланып сығырға тейеш, тигән фекерҙәрен еткерҙе.
Шулай уҡ Данияр Хәсәнов һәм уның командаһының мәктәп ял үҙәге булдырыу хыялдары барыһына ла ныҡ оҡшаны.
Наҙгөл Сәлихова һәм уның командаһы балалар инициативаһы бүлмәһе булдырыу идеяһы менән гөж килеп: “Гимназия уҡыусыларына һәм интерна тәрбиәләнеүселәренә айырым бүлмәлә үҙҙәренең ижади һәләттәрен үҫтереү өсөн шарттар булдырыу кәрәк”, – тине бер тауыштан.
Шулай итеп, проекттар өсөн дәррәү тауыш бирҙек. Күпселек тауыш менән “БАЛ” медиаүҙәге проекты еңеп сыҡты. Данис Ғилманов һәм уның командаһын ҡотлайбыҙ һәм  уңыштар теләйбеҙ!


Лиана ЙӘЛИЛОВА, йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

«БАЛ» медиаүҙәге проекты иң күп тауыш йыйҙы
«БАЛ» медиаүҙәге проекты иң күп тауыш йыйҙы
«БАЛ» медиаүҙәге проекты иң күп тауыш йыйҙы
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: