+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Февраль , 22:00

Рух ҡошо хаҡында беләһеңме?

Донъяла Рух тигән ҡош бар. Башҡа бөтә ҡоштарҙан да айырмалы рәүештә, ул нурҙан ғына тора һәм күҙгә күренмәй. Уны бары күңел менән генә тойоп була.

Рух ҡошо хаҡында беләһеңме?
Рух ҡошо хаҡында беләһеңме?

Ер йөҙөндә йәшәгән һәр бер халыҡтың үҙ Рух ҡошо була. Һәр халыҡ уның менән бергә барлыҡҡа килә. Рух ҡошо халыҡтың улдарының һәм ҡыҙҙарының күңел йылылығынан көс ала. Ә күңел йылылығы халыҡтың үҙ булмышына, моңона, теленә һөйөүенән, бер-береһенә булған күңел тартымынан, киләсәк алдындағы бурыстарына яуаплылыҡ тойғоһонан ярала.

Ошо йылылыҡтан көс алған Рух ҡошо иһә халыҡҡа юғарылыҡҡа, оло маҡсат менән йәшәүгә ынтылыш, саялыҡ, ғорурлыҡ, ихтыяр көсө рәүешендә рухи ҡеүәт бирә.

Әгәр халыҡ үҙ булмышына хыянат итһә, Рух ҡошоноң көсө кәмей башлай. Теленә, моңона, ижадына һөйөүе һүрелһә, уның ғорурлығы юҡҡа сыға. Бер-береһенә булған күңел тартымы ҡаҡшаһа, ихтыяр көсө кәмей. Киләсәк алдындағы бурыстарын онотһа, оло маҡсат менән йәшәүгә ынтылыш та, саялыҡ та селпәрәмә килә. Ә Рух ҡошоноң көсө кәмеһә, халыҡ хәлһеҙләнә. Хәлһеҙләнгән халыҡ үҙ Рух ҡошон йәшәтеү өсөн тейешле кимәлдә йылылыҡ бирә алмай.

Илгизәр ДИҠҠӘТ.
"Ағиҙел" журналы. Хикәйәттең ҡыҫҡартылған варианты.

 

Сығанаҡ: "Өләсәйҙәр мәктәбе" төркөмө.

Һүрәт: Йәмилә Рамаҙанова сәхифәһенән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: