Бәләкәй принцессаларҙы яҡынлашып килгән байрам менән ҡотларға республика Башлығы Радий Хәбиров килде. Сарала бөтә республиканан 270-ләп һылыуҡай ҡатнашты.
Принцессаларҙы театр фойеһында артистар сәләмләне, уларға таж һәм беләҙектәр тапшырҙы. Әкиәт персонаждары интерактив уйындар үткәрҙе, сарала ҡатнашыусылар менән бергә йырланы һәм бейене. Матур биҙәлгән фотозоналар ҙа эшләне.
Иң тулҡынландырғыс һәм көтөлгән мәл принцессаларҙың курсанттар менән бейеүе булғандыр. Һуңынан ҡыҙҙар ата-әсәләре менән музыкаль спектакль ҡараны.
"Ҡыҙым Алһыу был көндө шул тиклем көттө! Ҡасан барабыҙ ҙа ҡасан барабыҙ тип түҙемһеҙләнде генә. Алдан уҡ күлдәк алып ҡуйҙыҡ, әҙерләндек. Бик оҡшай байрам, иҫ киткес ойошторолған", – ти унда ҡатнашыусы Илмир Усманов.
Ә сара алдынан, 4 мартта, “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында алыҫ райондарҙан килгән балалар өсөн бай программа ойошторолғайны. Уйындар, ижади оҫталыҡ дәрестәре, аттарҙа йөрөү, табип һәм психолог консультациялары – барыһы ла файҙалы һәм күңелле булды.
“Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылында иң мөһиме – ябай кешеләрҙең уларға ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртеү. Бәләкәй принцессалар балы бөгөн үҙенсәлекле атмосферала үтте. Үҙенсәлекле балалар өсөн бал ҙур байрам булып тора. Беҙ уларҙың хыялдарын һәм теләктәрен үтәргә тейешбеҙ”, – тип билдәләне ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.