+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
12 Март 2024, 09:10

Көн һайын Аллаһтан һора

Йә, Раббым, Үҙеңдең асыуыңдан, нәфрәтеңдән, ғазабыңдан, ғәфү ителмәгән, кисерелмәгән ғәмәлдәрҙән, насар ниәттән, буш һүҙҙәрҙән, хәйерһеҙ эштәрҙән, файҙаһы булмаған ғилемдән, ҡабул ителмәгән доғанан,  ҡаты күңелдән, туймай торған нәфсенән, ваҡытты һәм малды исраф итеүҙән, туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек ептәрен өҙөүҙән, кәрәкһеҙ әҙәм булыуҙан, ғәҙелһеҙлек ҡылыуҙан Үҙең һаҡла.

Көн һайын Аллаһтан һораКөн һайын Аллаһтан һора
Көн һайын Аллаһтан һора

Йә, Раббым, ғәриплектән, һуҡырлыҡтан, һаңғыраулыҡтан, аңһыҙлыҡтан, телһеҙлектән, йоғошло ауырыуҙарҙан, яман сирҙәрҙән, өшөүҙәрҙән, бешеүҙәрҙән, ғазап-әрнеүҙәрҙән, зәғифлектән, сабырһыҙлыҡтан, эс бошоуҙарҙан, шик-шөбһәләрҙән, йән тынысһыҙлығынан, башҡаларға йөк булыуҙан Үҙең һаҡла. Амин!

 

Сығанаҡ: “Атайсал” төбәк гәзите.

Фото: ДОГАЛАР...ИЗГЕ ТЕЛӘКЛӘР.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас