+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Март , 15:00

Һай, ҡолонҡайы!

Интернет селтәрендә башмаҡҡа атланып йөрөгән видеояҙманы күптәр ҡыҙыҡһынып күҙәткәндер, моғайын. Ошо көндәрҙә "һыбай" йөрөгән Илдарға ҡолон бүләк иткәндәр.

Һай, ҡолонҡайы!
Һай, ҡолонҡайы!

Әбйәлил районы Рысҡужа ауылында йәшәүсе Илдар Мәһәҙиев ошо көндәрҙә үҙенең ҡыҙыҡлы видеояҙмаһы менән популярлыҡ яуланы. Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының "Ылаҡ" уйыны командаһы ағзалары үҫмергә изге Рамаҙан айында ҡолон бүләк иткән.

 – Был команданан бүләк. Илдар ҡолондо үҫтереп, өйрәтеп алыр һәм киләсәктә беҙҙең команданы тулыландырыр, тип ышанабыҙ,  –  ти команданың етәксеһе Ғәлим Яуынбаев.

Изге айҙа бик ҙур сауаплы эш башҡарылған. Афариндар!

Фото һәм сығанаҡ: Газета Баймакского района, города/ Баймак гәзите

Видео: Салям/Сәләм телеканалы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: