+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Апрель , 13:20

Өләсәй һандығында ниҙәр бар?

Ауырғазы районы Мораҙым  мәҙәниәт йортонда ауыл ағинәйҙәре һәм уҡыусылар өсөн "Өләсәйем һандығы" исемле фольклор байрамы үткәргән.

Өләсәй һандығында ниҙәр бар?
Өләсәй һандығында ниҙәр бар?

Байрам милли әйберҙәр менән биҙәлгән балалар бүлмәһендә уҙа. Оҫта ҡуллы Әлфинур Смакова, Нурия Ильясованың ҡул эштәре менән бик матур күргәҙмә ойошторола.

Фәрзәнә апай Килдина һандыҡтағы ҡомартҡылар: камзул, милли кейемдәр, ҡашмау, сәсмәүерҙәр тураһында һөйләгән. Ҡыҙҙарға бирнәгә тип йыйылған нәмәләрҙе күрһәткән. Ошо ҡомартҡыларҙың тарихын, ҡулланылышын да аңлатҡан. Ҡыҙҙар ҡупшы биҙәнеү кейемдәрен дә кейеп ҡараған.

Ағинәйҙәр балаларға "Ирәндек", "Алтын балыҡ", "Бал ҡорттары" исемле башҡорт халыҡ әкиәттәрен дә һөйләгән. Сара бик матур һәм сағыу үткән. Балалар халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫы менән  яҡындан танышып, үҙҙәренә файҙалы мәғлүмәт туплаған.

Сығанаҡ һәм фото: “Рух” төркөмө.

Өләсәй һандығында ниҙәр бар?
Өләсәй һандығында ниҙәр бар?
Өләсәй һандығында ниҙәр бар?
Өләсәй һандығында ниҙәр бар?
Өләсәй һандығында ниҙәр бар?
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: