+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Апрель , 08:00

Фәһемле әйтемдәр

Тел менән эшләгәндең ҡулы ял итә.

Фәһемле әйтемдәр
Фәһемле әйтемдәр

Өй түбәһе тишек булһа, ямғыр йышыраҡ яуа.
***
Аҡ кәбеҫтәгә ҡара кәзә лә ҡаршы түгел.
***
Ғәйбәттең һәйбәте булмай.
***
Шахматта иң ҡурҡыныс фигура - ферзгә әүерелгән пешка.
***
Ҡояш ҡына бул, тирә-яғыңда әйләнеүселәр табылыр.
***
Ныҡ күтәрелгән танау күҙҙе ҡаплай.
***
Аҡыллы хужа этенә ҡушылып өрмәҫ.
***
Төймә кәрәклеге ул өҙөлгәс кенә беленә.
***
Төпкә егелгән ат сыбыртҡыға яҡыныраҡ.
***
Тунһыҙға ҡыш йыш килгән кеүек.
***
Алға һикереү өсөн, бер аҙ артҡа сигенһәң дә була.
***
Аҡыл тәрәнлеге һаҡал оҙонлоғо менән үлсәнмәй.
***
Ҡараңғыла күләгә булмай.
***
Ваҡ кеше үҙе хаҡында эре фекерҙә була.
***
Тәрилкә ялаған бесәй: "Хужам менән бер һауыттан ашайбыҙ" - тип маҡтана, ти.
***
Төтөн сығарыу янып эшләүҙе аңлатмай.
***
Дуҫтарың бейегән иҙәнгә борсаҡ һипмә.
***
Һаҙлыҡта серәкәй хужа.
***
Ҡыйыш ауыҙҙы алтын теш төҙәтә алмай.

Сығанаҡ: Ғәбит САДИҠОВ.

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: