-1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Май , 16:05

Өйөң ул – һыуһыныңды ҡандырыр, ыжғыр бурандарҙан ышыҡланыр урын

Өйөңә бер ваҡытта ла асыу, үпкә тойғоларын алып ҡайтырға ярамай. Оло йәштәге ағайҙың әйткәндәре иҫтә: " Күрәһеңме, тупһа аша уҙыр алдынан эт гел генә ҡағынып ала. Һин дә шулай, өйөңә инер алдынан борсолоуҙарыңды, күңелһеҙ уйҙарыңды тышта ҡалдыр".

Өйөң ул  – һыуһыныңды ҡандырыр, ыжғыр бурандарҙан ышыҡланыр урын
Өйөң ул – һыуһыныңды ҡандырыр, ыжғыр бурандарҙан ышыҡланыр урын

Һинең өйөң көрәш майҙаны түгел. Өй ул - һыуһыныңды ҡандырыр, ыжғыр бурандарҙан ышыҡланыр урын.

Балаларыңды һағынып, һине көткәндәрен белеп ҡайтҡан кеүек, улар ҙа үҫкәс, ата-әсә йортона шатланып ҡайтып керерлек булһын, уларҙың һәр ҡайтып инеүе байрам булырға тейеш. Балаларың, улар өсөн һинең өй ишектәре һәр ваҡыт асыҡ булыуын, уларҙы бында һәр саҡ көтөүҙәрен, уларҙың хәсрәттәрен уртаҡлашырға әҙер булыуҙарын, һәр ваҡыт ярҙам күрһәтәсәктәрен белергә тейеш.

Мөхәббәт, бер-береңде аңлап йәшәгән, һиңә бында терәк һәм ярҙам күрһәтәсәктәрен белгән йорт бер ваҡытта ла һалҡын һәм буш булмай. Бындай йорт яҡындарыбыҙға ҡарата бүленгән йылыбыҙҙы, йомартлығыбыҙҙы оҙаааҡ йылдар һаҡлаясаҡ...

Сығанаҡ: "Тамаша" журналы.

Фото: Зөһрә ХӘКИМОВА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: