+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Июнь , 17:08

Фамилияға бәйле мәҙәктәр

Сирек быуат хәрби табип булып әрме сафында хеҙмәт итеү дәүерендә ҡайһы бер фамилияларға ҡағылышлы мәҙәк хәлдәргә лә осрай тор­ғайным. Шуларҙың бер нисәһе хәтеремдә ҡалған. Йәш дуҫтарым өсөн дә улар ҡыҙыҡлы булыр һымаҡ.  

Фамилияға бәйле мәҙәктәр
Фамилияға бәйле мәҙәктәр

Кот ата бесәй түгел
Дивизиябыҙ штабында Кот фамилиялы полковник хеҙмәт итте. Генерал Захаровтың урынбаҫары. Бер көн, мин госпиталдә дежур табип булып торған мәлдә, телефон шылтыраны. Трубканы алып, устав буйынса доклад яһайым: «Дежурный врач подполковник Суюндуков слушает…» Генерал шылтырата икән. Хирургтарҙы һораша был ағай. «Улар бында, эш урынында. Ни булды, иптәш генерал, әллә сирләп киттегеҙме?» «Со мной всё нормально. Кот с балкона упал, с 4-го этажа…» «Адресын әйтегеҙ, иптәш генерал, хәҙер «скорый» ебәрәм!..» Шул минутта уҡ ашығыс ярҙам фельдшеры «УАЗик» менән генерал әйткән урынға елдерҙе. Үҙем телефон аша реанимация бүлеге мөдиренә шылтыратам: «Михаил Иванович, полковник Кот 4-се ҡаттан йығылып төшкән. Хәҙер уны алып киләләр, һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк булыр, әҙер тороғоҙ…» Үҙем ҡабул итеү бүлегендәге «реанимацион укладка»ны асып, пациентты килтергәндәрен көтә башланым.
Ниһайәт, машина выжлап килеп туҡтаны. Ҡаршы алырға сыҡтым һәм ни күрәм: сиам тоҡомло ата бесәйен ҡосаҡлап, генералдың улы Алёша машинанан килеп төшмәһенме?! Алып килеүен-килгәс, әлбиттә, бесәйҙе рентген аша үткәрҙек, бер ниндәй ҡурҡынысы юҡ – һөйәк-маҙары һынмаған ине…
Бесәйгә ярҙам кәрәк булыуы тураһында госпиталгә шылтыратырҙар, тип һис кенә лә башыма килмәгән, күрәһең. Шуға ла әлеге фамилияла буталғанмын. Медицина ярҙамы күрһәткестәре буйынса госпиталебеҙ яҡын-тирәлә абруйлы ғына ине. Бәлки, шуның өсөн дә генералыбыҙ хәрби табиптарға ғына мөрәжәғәт итеүҙе хуп күргәндер…

Ҡарауылда
Бер кис өйҙән госпиталгә шылтыратам. Дежурҙағы Караулов тигән фамилиялы прапорщик-фельдшерҙа йомошом бар ине (кәрәҙле телефондар бөтөнләй булмаған саҡ). Трубканы һалдат-дневальный ала: «Дневальный по госпиталю рядовой Сакурян…» «Прапорщик Карауловты телефонға саҡыр әле!» – тим тегегә һәм шунда уҡ яуап ишетәм: «Вы ошиблись, тут – госпиталь, а не караул! Вы меня поняли?..» Дневальный телефонды шарт итеп һалып та ҡуйҙы…

Ҡуян да ҡуян булмай сыҡты…
Гарнизоныбыҙҙа Куян тигән фамилиялы бер майор бар ине. Уны дауалағаным булғыланы, хатта дуҫлашып та киттек. Бер көн әлеге майор ниндәйҙер йомош менән телефон аша өйгә шылтыратып, мине һорашҡан. «Ул өйҙә юҡ, ә һеҙ кем?» – тип яуаплаған ҡатыным. «Передайте Халилу Тухватовичу, что звонил майор Куян.» «Ярай, әйтермен.»
Мин ҡайтҡас, хәләл ефетем: «Һиңә бер офицер шылтыратты», – ти. «Фамилияһы кем?» «Зайцев, буғай…» Ә мин ундай фамилиялы офицерҙы белмәйем бит инде, аптырағас: «Званиеһы ниндәй?» – тип һорашам. «Майор.» «Майор Куян түгелме?..» «Ә-ә-әй, ысынлап та, шулай тип әйткәйне бит әле…» Үҙем һымаҡ башҡорт милләтле ҡатынымдың аңында, әлеге «Куян» һүҙе автоматик рәүештә «ҡуян» тип ҡабул ителгән һәм, шунда уҡ урыҫ теленә лә тәржемәләнгән, күрәһең…

«Русских» килеш менән үҙгәрәме?
Бер мәл госпиталдә Русских фамилиялы һалдат ятты. Уға ниндәйҙер операция яһағайным. Инде йүнәлеп, сығыр­ға ла ваҡыты етте. Бер мәл иртәнге «пятиминутка»ла үҙемдең ярҙамсы шәфҡәт туташына (минең яҡташ ине) эш биреп ултырам: «Фаина Валеевна, Русских сама перевяжи и подай на выписку. Остальных я лично буду смотреть…» Шул ваҡыт яҡында ултырған табип-майор Ефремов: «Слышите, Халил Тухватович русских медсестре доверяет, а своих земляков лично сам лечит…» – тимәһенме! Ул, әлбиттә, миңә шаяртып ҡына өндәшә, быны барыһы ла аңлап тора. Мин дә яуапһыҙ ҡалманым: «Сергей Николаевич, һин «Русских» тигән фамилияны килеш буйынса «Русскиха» тип үҙгәртер инеңме әллә?» – тип көлдөм.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ, отставкалағы хәрби табип.
Сибай ҡалаһы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: