+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Июль , 13:00

Июль айына һынамыштар

Ысыҡ тиҙ кипһә, балыҡтар һыу өҫтөндә уйнаһа – ямғырға. Сәскәләр хуш еҫ бөркһә, эҫе булыр.

Июль айына һынамыштар
Июль айына һынамыштар

Ямғыр яуырға булһа, томан күтәрелер.
Әгәр болоттар таҫма-таҫма булып ағылһа – ямғыр көт.
Иртән үлән ҡоро булһа – төндә ямғыр яуыр.
Үрмәксе ау үрергә тотонһа, көндәр аяҙ булыр.
Июль айында яңы ай салҡан тыуһа, йыл болотло һәм ямғырға мул булыр.
Иртән ҡояшты томан ҡаплаһа, көн аяҙ була.
Йәй елле килһә, тары уңыр, томанлы булһа, һоло уңыр.
Йәй томанлы булһа, емеш уңыр.
Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе ҡыш йылы була.
Июль айында ай тотолһа, ашлыҡ шәп уңыр. Көн эҫе торор.
Себен-серәкәйҙәр өймәк-өймәк осһа, көн аяҙ, ә бит-ҡулға ҡағылып осһа, ямғырлы булыр.

Июль айына һынамыштар
Июль айына һынамыштар
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: