+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Июль , 18:05

Шундай йылы һүҙҙәр ишетәһе килә...

Шундай һүҙҙәр кәрәк — һөйөп йыуатырҙай,

Шундай йылы һүҙҙәр ишетәһе килә...
Шундай йылы һүҙҙәр ишетәһе килә...

Һүнгән күңелдәрҙе наҙлап уятырҙай,
Ҡанат ҡуйып иңгә, бирешмәҫкә сиргә —
Шундай йылы һүҙҙәр ишетәһе килә.

Шундай һүҙҙәр кәрәк — тәме бөтмәй торған,
Шундай һүҙҙәр кәрәк — йәндән китмәй торған.
Ниңә шундай һүҙҙәр әйтелә һуң һирәк?
Йылы һүҙҙәр әйтәйек әле күберәк.

Шундай һүҙҙәр кәрәк — һағыш ҡыуа торған,
Уны ишетеүгә ҡабат тыуа торған,
Йәшендәрҙе ҡыуып, ҡояш сығарырҙай,
Сабый бала һымаҡ ихлас ҡыуанырҙай.

Шундай һүҙҙәр кәрәк — өмөт бирә торған,
Ысын күңелдән әйтеп бәхет үрә торған.
Кәрәк асыр өсөн улар күңел күҙен,
Үҙең ябай бул һин, алтын булһын һүҙең.

Айгөл ВӘЛИУЛЛИНА.

Фото: А. ҒАРИФУЛЛИНА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: