Шунан бабай уға: "Эй, тәүфиҡлы балаһың, эшең аҙ булһын, күҙгә күренеп барһын", – тигән дә юлын дауам иткән.
Бабай бара торғас, уға йөн иләп ултырған ҡыҙ осраған:"Ҡыҙым, һине кем эшкә өйрәтте?" – тип ҡыҙыҡһынған. Был һылыу арҡыс-торҡос итеп: "Үҙем өйрәндем, юлыңда бул", – тип ҡырыҫ ҡына яуаплаған. Бабай уға: "Эшең күп булһын, күҙгә күренмәһен", – тигән.
Әле уйлап ҡараһаҡ, ысынлап та, ир-атының башҡарған эше күренә. Ә ҡатын-ҡыҙ иртәнән алып ятып киткәнсе эшләй-эшләй, күҙгә күренгән бер эш юҡ һымаҡ...