2018 йылдың ноябрендә төҙөлөш майҙансығында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров булғайны. Ә 2020 йылдың мартында, бындағы эштәрҙе тамамлап, бинаны сафҡа индергәндәр ҙә инде.
140 урынлыҡ ике ҡатлы бинала йәсле, кесе, урта һәм өлкән төркөм балалары өсөн бүлмәләр йыһазландырылған. Һәр төркөмдә заманса талаптарға яуап биргән, сабыйҙар өсөн уңайлы уйын, йоҡо, кейем алмаштырыу бүлмәләре, буфеттар бар.
Мәктәпкәсә учреждениела шулай уҡ музыка һәм физкультура залдары, дәрестәр үткәреү өсөн бүлмәләр, методик кабинет, кер йыуыу урыны, медицина һәм аҙыҡ-түлек блоктары урынлашҡан. «Миләш»тең ихата биләмәһе һәм уйын майҙансыҡтары ла төҙөкләндерелгән.
Башҡортостанда һуңғы биш йылда 9 173 урынлыҡ 65 яңы балалар баҡсаһы асылған. 2024 йылда тағы ла ике мәктәпкәсә учреждение төҙөлә. Ә 2025 йылда ил Президенты Владимир Путин инициативаһы менән балалар баҡсаларын капиталь ремонтлау федераль программаһы старт ала. Был совет осорондағы биналарҙы яңыртыу мөмкинлеген бирәсәк.
Сығанаҡ һәм фото: БашСМИ.
#национальныепроекты #миллипроекттар#нацпроекты#нацпроектыБашкортостан#Башҡортостандыңмиллипроекттары