Белем һине эҙләп килмәҫ ул, ә үҙең белемде эҙләп тап.
Белем аша бәхет табырһың.
Белем алыу, уйын уйнау түгел.
Белем алған һайын, тау-ташлы юлың шымара барыр.
Белемгә алған юлың үрле-ҡырлы тауҙарҙан торор. Уларҙы үтер өсөн ихтыяр көсөңдө сыныҡтыр.
Белемле булам тиһәң, ете ҡат тиреңде түгергә, төн йоҡоларыңды ҡалдырырға ла тура килер. Ә инде белемде яулаһаң, барыһы ла алдыңа килер.
Белем алғанда ни тиклем әсе тиреңде күберәк түкһәң, ул һиңә шул тиклем үк татлы емештәрен бирер.
Нәсимә ҒАЙСИНА.
Һүрәттә: Нәсимә Ғайсинаның ейән менән ейәнсәре.