-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Октябрь , 19:00

Һәр нәмә үҙеңә кире әйләнеп ҡайта...

Ҡайһы берәүҙәрҙең - ҡулы йомарт, шуға  мөлкәте арта бара...

Һәр нәмә үҙеңә кире әйләнеп ҡайта...
Һәр нәмә үҙеңә кире әйләнеп ҡайта...

Ҡайһылар - һаран,  хәйерселектән ҡотола алмай...
Йомарт кеше етеш йәшәр, сарсағанға һыу биреүсе лә...
Хикмәттәр 11:24-25

"Алыш-биреш законы" тураһында оноторға ярамай. Ни тиклем күберәк бирәбеҙ, шул тиклем күберәк алабыҙ. Был аҡсаға ғына ҡағылмай. Кешеләргә йылылыҡ, иғтибар, изгелек, яҡшы мөнәсәбәт, аҡсалата ярҙам өләшә алабыҙ. Шуға яуап итеп, шундай уҡ яҡшы мөнәсәбәт, үҫеш (күңел үҫеше, матди яҡтан үҫеш) алабыҙ. Һәм, киреһенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, насар һүҙҙәребеҙ, ҡылыҡтарыбыҙ, уйҙарыбыҙ, ҡомһоҙлоғобоҙ арҡылы кире мөнәсәбәт кенә алабыҙ.

Һәр нәмә үҙеңә кире әйләнеп ҡайта.

Шуға ла "алыш-биреш" законын хәтерҙә тотоп, тормошта алтын урталыҡ булдырырға тырышырға кәрәк, дуҫтар!

 Сығанаҡ: "Иман нуры" төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: