-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Октябрь , 12:10

Егет ғашиҡ була...

Бер мәл егет кеше иҫ киткес сибәр ҡыҙға ғашиҡ була. Атаһын кәләш һоратырға ебәрә. Атаһы ҡыҙҙы күрә лә, үҙе ғашиҡ булғанын һиҙмәй ҙә ҡала.

Егет ғашиҡ була...
Егет ғашиҡ була...

Ата менән ул араһында ыҙғыш китә. Шунан былар муллаға бара. Мулла ҡыҙҙы барып күрә лә, үҙе лә ғашиҡ була. Китәләр ҡазыйға. Ҡазыйҙың да ҡыҙҙың матурлығына иҫе китә. Китә талаш...

Шул мәл ҡыҙ: “Кем мине иң беренсе булып ҡыуып етә, шуға кәләш булам”, – тигән дә үҙе атҡа менеп сабып китә. Тегеләр ҡыҙ артынан ҡыуа төшә. Бара торғас, береһе ҡолап ҡала, икенсеһе осоп төшә. Шунда ҡыҙ туҡтай ҙа: “Минең исемем ДОНЪЯ. Күпме генә минең арттан ҡыуһағыҙ ҙа ҡыуып етә алмаҫһығыҙ”, – тигән дә артабан һыбай сабып киткән...

Шулай, дуҫтар! Донъя артынан ҡыуып та, әле бер кем дә уны тотоп алғаны юҡ, бер кем дә мәңгелек түгел. Шуға атай-әсәйҙәрҙең, туғандарҙың, яҡындарҙың, балаларҙың, таныш-белештәрҙең, дуҫтарҙың ҡәҙерҙәрен белеп кенә, булғанына шөкөр итеп, татыулыҡта, муллыҡта йәшәргә яҙһын барыбыҙға ла.

 Сығанаҡ һәм фото: интернет селтәренән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: