-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Октябрь , 15:40

Беҙҙә - «Һаҡ булығыҙ, мутлашыусылар!» акцияһы

Ауырғазы районы Талбазы ауылы халҡына мутлашыусылар хаҡында иҫкәртеү маҡсатында ирекмәндәр тарафынан «Һаҡ булығыҙ, мутлашыусылар!» акцияһы уҙғарылды.

Беҙҙә - «Һаҡ булығыҙ, мутлашыусылар!» акцияһы
Беҙҙә - «Һаҡ булығыҙ, мутлашыусылар!» акцияһы

Улар халыҡҡа, күбеһенсә пенсионерҙарға, иҫкәртеү һәм файҙалы мәғлүмәт ҡағыҙҙары таратты. Был ҡағыҙҙа мутлашыусыларҙың иң әүҙем ҡулланған енәйәт схемалары һәм уларҙың ҡорбаны булмаҫҡа төрлө кәңәш бирелгәйне.

“Бергә” ирекмәндәр отряды район халҡын уяу һәм һаҡ булырға, мутлашыусыларҙың хәйләләренә бирешмәҫкә саҡырҙы. Шулай уҡ  полицияға бөтә шикле сит кешеләр тураһында хәбәр итергә кәрәклеген әйтте.

Бөгөнгө көндә әлегеләй алдан иҫкәртеү эше алып барыу бик кәрәк һәм мөһим, тип уйлайым. 

 

Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Ауырғазы районы, Талбазы лицейы.

Беҙҙә - «Һаҡ булығыҙ, мутлашыусылар!» акцияһы
Беҙҙә - «Һаҡ булығыҙ, мутлашыусылар!» акцияһы
Беҙҙә - «Һаҡ булығыҙ, мутлашыусылар!» акцияһы
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: