Кеше йортона инһәң — һуҡыр бул, сыҡһаң — телһеҙ бул. Етешһеҙлек эҙләмә, күрһәң дә һөйләмә.
Үҙ бәхетегеҙҙе кеше ғаиләһендә эҙләмәгеҙ.
Һинең күңел — һинең йорт. Кемделер ишек төбөнән ары үткәрмә. Ҡунаҡ бүлмәңә бик һирәктәрен саҡыр. Йоҡо бүлмәһенә тик берәүҙе генә индер. Бәғзе бәндәләрҙе тупһаңа ла баҫтырма.
Һине бер нимәгә ҡарамай көткән, яратҡан, ғәфү иткән бер урын бар. Ул — атай-әсәйең йәшәгән йорт.
Сығанаҡ: телеканал САЛЯМ | СӘЛӘМ телеканалы