Элекке заман кешеһе әлеге ғорур шыуышыусыларҙы төрлө донъя үлсәме араһында сәйәхәт итергә һәм киләсәкте белергә һәләтле тип һанаған. Шулай булғас, киләһе йылда күп мөмкинлектәр асылыр, күп нәмәгә ирешеп булыр, тип фараз ҡылайыҡ.
2025 йылда Аждаһаны йәшел ағас Йылан алмаштырасаҡ – ул тыныслыҡ һөйөүсе йән эйәһе. Йыланға магнетизм, тапҡырлыҡ һәм тыныслыҡ хас, ә уҫаллыҡ, ике йөҙлөлөктө бөтөнләй яратмай. Һәм киләһе йыл яҡшы өмөттәр тормошҡа ашһын өсөн, был нәзәҡәтле йыртҡысҡа оҡшарға тырышырға кәрәк. Ғөмүмән, ашыҡмаҫҡа, кәрәкмәгән ығы-зығынан ситтәрәк торорға, үҙегеҙҙең пландарығыҙҙы ентекләп уйлап ҡына эшләргә кәрәк. Яҡындарығыҙ менән һөйләшкәндә, айырыуса, иғтибарлы булыу бик мөһим. Уйламай әйтелгән һүҙегеҙ уларҙы бик ныҡ “сағырға” мөмкин.
Шуны онотмағыҙ: йыланға иҫке ҡабығынан ҡотолоу хас. Тимәк, иҫке проблемаларҙы ҡалдырып, киләһе йылға кире уйҙарығыҙҙан “таҙарынып” инергә тырышығыҙ.
Фото: РУВИКИ