+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
27 Декабрь 2024, 15:00

Йыландар тураһында һынамыштар

Йылан мөгөҙөн күргән бәхетле булыр.

Йыландар тураһында һынамыштарЙыландар тураһында һынамыштар
Йыландар тураһында һынамыштар

Йылан йылы  – яуымға.
Йылан мөгөҙөн күргән бәхетле булыр.
Туҙбаш йыланды үлтерһәң, йортҡа ҡаза килә.
Юлда йылан осраһа, ямғыр яуа.

Йылан тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр
Йылыға йылан эйәләшкән.
Йәне теләгән йылан итен ашаған.
Йылан йөҙ йәшәһә – аждаһаға, аждаһа йөҙ йәшәһә, юхаға
әйләнә, имеш.
Йылан саҡҡан тышауҙан ҡурҡыр.
Йыланды ҡотҡарһаң, иң элек һине сағыр.
Йыландың ағыуы телендә, ямандың ағыуы күңелендә.
Йыландың тешен һындырһаң да ағыуы ҡала.
Йыландың тышы йомшаҡ, эсе зәһәр.
Йылан булһын да – саҡмаһын, эт булһын да – ҡапмаһын.
Йылан эҙләгәндең аяғына йылан уралыр.
Бер йыландан ҡасып, икенсе йыланға юлыҡҡан.
Йылан еп кеүек булһа ла, көрмәүгә ярамай.
Йылан менән дуҫ булһаң, ағыуланырһың.
Йылан өскә өҙөлһә лә, кәҫәрткелек хәле ҡала.
Баҡа, йылан – бер күлдә, икеһе лә бер телдә.
Бала бағыуы – йылан ағыуы.
Миңә теймәгән йылан мең йыл йәшәһен.

Фото: РУВИКИ

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас