Үҙемде иҫләгәндән алып өйҙә «Аҡбуҙат» журналы булды. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһына уҡырға барҙым. Шунан башлап әлеге көнгә тиклем «Йәншишмә» гәзитен ғаиләбеҙ менән яратып уҡыйбыҙ. Мәктәп йылдарымда – башланғыс синыф уҡытыусыһы Сания Альберт ҡыҙы, урта синыфтарҙа башҡорт теле уҡытыусыһы Фәриҙә Ҡазыхан ҡыҙы гәзитте гел дәрес ваҡытында уҡыттырып ала торғайны. Университетта белем алғанда ла унан айырылманым. Әле мин әрмелә хеҙмәт итәм.
Йылан йылы илебеҙгә тыныслыҡ алып килһен! Үҫеп килеүсе йәш быуынға Урал батырҙыҡындай көс, ҡеүәт һәм сәләмәтлек теләйем. Тыуған илебеҙҙе яратайыҡ һәм һаҡлайыҡ!