– Яңы йылдың аҡ ҡарҙары яңы бәхет килтерһен! Донъя матурлыҡҡа күмелһен.
Гәзит уҡыусы бар дуҫтарымды яңы Йылан йылы менән ҡотлайым! Байрамыбыҙ – мөбәрәк, иҫтәлекле ваҡиғаларҙың күп булыуын, хыялланған изге теләктәребеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйем.
«Йәншишмә» гәзитен алдырып уҡыған һәр йортҡа ҡот, бәрәкәт, сәләмәтлек һәм дә ҡыуаныслы хәбәрҙәр килеп тороуҙан туҡтамаһын. Мәктәп йәшендәге бар уҡыусыларға төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яулап ҡына торорға яҙһын!