Шулай уҡ Талбазы ауылы лицейының ирекмән-уҡыусылары ла ҙур ярҙам күрһәтә. Йәш ирекмәндәр төрлө байрамдарҙа ҡатнашып, шиғырҙар уҡый, йырлай, һүрәт төшөрә, төрлө материалдарҙан уйынсыҡтар ҙа яһай. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: балаларҙа ихласлыҡ, илһөйәрлек тойғоһо, изгелелек, ярҙамсыллыҡ, эшһөйәрлек кеүек матур сифаттар тәрбиәләнгән. Барыһына ла һоҡланырлыҡ!
Бына улар: Азалиә Хәбибуллина, Азалиә Рәжәпова, Радмир Фасиков, Эвелина Сидорова, Аэлита Юнысова, Артём Кириллов һәм Руслана Григорьева.
Уларға уҡыуҙарында уңыштар, ныҡлы көс һәм ҙур еңеүҙәр теләйбеҙ!
Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА, башҡорт теле уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазы ауылы лицейы.