-8 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Ғинуар , 13:00

Файҙалы кәңәштәр

Тәҙрәләреңде һәр ваҡыт һөртөп, көҙгөләрҙе таҙа тот  – фәрештәләр ҡыуаныр.

Файҙалы кәңәштәр
Файҙалы кәңәштәр

Юлға сыҡҡанда доғаларыңды уҡып, пакланып сыҡ – юлың уңыр.
Гөлдәр үҫтер йортоңда – һабағына фәрештәләр ҡуныр.
Асыулы сағыңда йыуын – баҫылырһың.
 Аҡсаңды алған көнөндә өйҙә ҡундыр, бәрәкәтле булыр.
Йәш балаға ҡарап һоҡланғандың кейеменән ебен йәки сәсен алып ҡал, төндә бала уянып илаһа, шул еп йәки сәс менән төтәҫләп, Аятел-Көрси уҡы.
Бала кейемен, уйынсыҡтарын иҙәндән аяҡ аҫтынан алып ҡуйығыҙ, һау булыр.

"Бисмилла"ны әйтеп бешеренһәң, өйөңдә фәрештәләр ҡыуаныр.

Асыуланмай ғына бешер – фәрештәләр ҡанат осон ашыңа тығып торорҙар.
Табын, иҙәнең таҙа торһон, урын-ҡаралтың йыйыулы-бөхтә булһын – бәрәкәт килер.
Кейемде, бигерәк тә бала кейемдәрен йыйыштырып, урынлаштырып тор – һаулыҡ артыр.
Ҡунаҡ үҙенең күстәнәсенән ауыҙ итһә, ғүмере оҙон булыр.

Сығанаҡ: Инсаф СӘЛИХОВ. 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: