Иң оло улдарына – 24 йәш. Илнар Сибай медицина колледжын уҡып бөтөп, Магнитогорск ҡалаһында эшләгән, әлеге ваҡытта Нижневартовск ҡалаһында – экскаваторсы. Икенсе улдары – Илназ Өфө фән һәм технологиялар университетының III курсында уҡып йөрөй. Рушан – Ҡырҙас мәктәбенең VIII синыф уҡыусыһы. Ул тик “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә өлгәшә. Физкультура буйынса ярыштарҙа, төрлө район олимпиадаларында призлы урындар алып ҡыуана. Белем усағының футбол, волейбол командаларында уйнай, еңел атлетика буйынса ярыштарҙа ла һынатмай. Ә бәләкәй Сабир "Миләш" балалар баҡсаһына йөрөй. Уға – 6 йәш кенә. Алла бирһә, икенсе йыл мәктәпкә уҡырға барырға йыйына. Үҙе һүрәт төшөрөргә ярата. Балыҡтар менән ҡыҙыҡһына. Тыуған көнөнә бүләккә аквариум алдыртып, уларҙы үҙе ихлас тәрбиәләй. Уға был шөғөл ныҡ оҡшай икән.
– Беҙҙең атай шәп, төп эшенән тыш, тағы ла ниндәйҙер килемле эш башҡарырға тырыша. Үҙенең тракторы менән дә аҡса эшләй. Күпләп мал да тотабыҙ. Шуға ла малайҙар аталарының – төп ярҙамсылары. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫәләр. Бесән ваҡытында ситтән ярҙам кәрәкмәй, хәҙер үҙҙәре генә күп итеп әҙерләй. Уларҙың көн тәртибе ошолайыраҡ: мәктәп, мал ҡарау һәм кистәрен спортзалға йөрөү. Ағалары үҫә бара, бәләкәстәре уларға ҡарап өйрәнә. Сабир ҙа хәҙер спортзалға алып барыуҙарын көтөп кенә йөрөй. Өлкән ике малай ҙа мәктәптә уҡыған саҡтарында спорт буйынса төрлө ярыштарҙа призлы урын алып, ҡыуанып ҡайта ине.
Улдарым миңә лә ярҙам итә. Ҡушҡан эште тиҙ генә үтәп ҡуялар. Аллаға шөкөр, үҙемде ҡыуандырып ҡына торалар, – ти Фәриҙә Ишморат ҡыҙы.
Ауылға килеп инһәң, уларҙың йорттары әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Эйе, был өйҙә уңғандар, тырыштар йәшәгәнлеге күренеп тора. Шулай уҡ матур ял да итә белә Суфияновтар. Йәйгеһен төрлө ерҙәргә сәйәхәткә сығалар. Мораҙым, Шүлгәнташ мәмерйәләрен, Силәбе өлкәһенең Турғаяҡ күлен, Нөгөш һыуһаҡлағысын барып күргәндәр. Тағы ла байрамдарҙы, тыуған көндәрҙе балаларға иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырыша ата-әсә. Бергәләп концерттарға йөрөргә, кино ҡарарға яраталар. Берҙәмдәр, татыуҙар шул үҙҙәре. Әйткәндәй, райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы үткәргән "Минең атай – иң яҡшыһы" спорт байрамында ла I урын яулағандар.
Уҡытыусы һөнәре күп ваҡыт талап итә. Ата-әсәһе мәктәптәге эштәренән бушамай киткәндә уларҙың ҡайтҡанын көтөп тик ултырмай малайҙар. Бәләкәйҙән үҙ аллы эшләргә өйрәнгәндәр. Һәр кем үҙ эшен яҡшы белә, шуға “һә” тигәнсе башҡарып та ҡуя.
Татыу ғаиләнең башлығы, йорт хужабикәһе һәм иң оло улдары Илнар Йылан йылында тыуған. Әле гәзит уҡыусыларына изге теләктәрен еткерә.
– Бар йортҡа бәрәкәт, ә хужаларына һаулыҡ һәм шатлыҡ теләйбеҙ. Йылан йылында тыныслыҡ урынлашып, күк йөҙөбөҙ аяҙ булһын! Һәр ата-әсә балалары менән ҡыуанышып үҙҙәре ҡорған донъяларында бәхетле генә йәшәһендәр! Йорттарыбыҙҙа балаларҙың шат тауыштары тынмаһын!
Зөһрә ХӘКИМОВА.