Ҡолон — айғыр ҡолон, бейә ҡолон. Бер йәшкә тиклемге йәш ат. Бер йәшлек булғас, ҡолондоң ялын, ҡойроғон киҫәләр һәм ҡырҡмыш тигән атама бирәләр. Айғыр ҡырҡмыш, бейә ҡырҡмыш йәки ябаға (ябаға тай).
Тай — ике йәшкә тиклем.
Ҡонан (иркәк мал), ҡонажын (орғасы мал) — ике йәштән өс йәшкә тиклемге йылҡы малы.
Дүнән, дүнәжен — өс йәштән дүрт йәшкәсә.
Дүрт йәштән иркәк мал — айғыр. Орғасы мал — беренсе ҡолонға тиклем байтал, ҡолонлағас, бейә.
Артабан ҡолонламаған бейә — тыу (ҡыҫыр) бейә. Ҡолонһоҙ айғыр — һәүерек. Атҡа әйләндерелгән айғыр – ала.
Сығанаҡ: Кәримә УСМАНОВА.
Фото: ЗӨҺРӘ ХӘКИМОВА.