+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Төрлөһөнән
19 Ғинуар 2025, 07:00

Халыҡ мәҡәлдәре — аҡыл һандығы

Яҡшылыҡ итергә ҡулыңдан килмәһә, уҫаллыҡ итмә: был да бер яҡшылыҡ.

Халыҡ мәҡәлдәре — аҡыл һандығыХалыҡ мәҡәлдәре — аҡыл һандығы
Халыҡ мәҡәлдәре — аҡыл һандығы

Ҡомһоҙлоҡто бер ишектән индерһәң, бәхетең икенсе ишектән сығып китер.
Тыйнаҡтың ҡулы эшләр, маҡтансыҡтың теле эшләр.
Берәү — йән дуҫың, берәү — мал дуҫың.
Көслө яман түгел — үсле яман.
Һиңә бирелгән ике ҡолаҡ, бер тел:
ике тыңла, бер һөйлә, ҡалғанын үҙең бел.
Алтының менән маҡтанма, аҡылың менән маҡтан.
Кешене хур тотма, үҙеңде ҙур тотма.
Эйелмәгәнгә бөгөлмә.
Кешегә ҡәҙерле булғың килһә, үҙең ҡәҙер күрһәт.
Ауырлыҡ күрмәй — еңеллек булмай.
Үҙ малыңды аҙһынма, кеше малын күпһенмә.
Кешене күҙәт тә үҙеңде төҙәт.
Һүҙ ҡыуған — ҡаҙалы, эш ҡыуған — ҡаҙналы.
Аҙ һөйләһәң — күп ишетерһең.
Дегәнәк араһында үҫкән сәскәнән һаҡлан.
Яҡшы кеше — күргән яҡшылығын һөйләр,
Яман кеше — күргән яҡшылығын да яманлыҡ итеп һөйләр.

 

Сығанаҡ: "Тамаша" журналы.

Фото: Зөһрә Фәнилева.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас