+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Төрлөһөнән
19 Ғинуар 2025, 10:05

Һәр көнгә ҡыуанып, һәр миҙгелгә кинәнеп йәшәргә кәрәк

Тормошҡа насар йәшәгәндәр зарланмай, яҡшы нәмәләрҙе күрә белмәгәндәр зарлана.

Һәр көнгә ҡыуанып, һәр миҙгелгә кинәнеп йәшәргә кәрәкҺәр көнгә ҡыуанып, һәр миҙгелгә кинәнеп йәшәргә кәрәк
Һәр көнгә ҡыуанып, һәр миҙгелгә кинәнеп йәшәргә кәрәк

 Күңел тигәнең китап кеүек, кешегә ышанып тапшыраһың – йыртып ҡайтаралар.

 Һин ергә ятып, өҫтөңдән тапап йөрөргә рөхсәт ит, барыбер риза булмаҫтар, ниңә тигеҙ түгелһең тип һөйләнерҙәр. Кешеләр һинең турала нимә уйлауы бөтөнләй борсомаһын. Үҙеңсә йәшә.

 Йылдар уҙған һайын күҙҙәр насарыраҡ, ә йөрәк яҡшыраҡ күрә.

 Һөйләшергә өйрәндең — тимәк, үҫтең. Өндәшмәҫкә өйрәндең — тимәк, аҡылға ултырҙың.

 Күңеле таҙа кеше башҡалар күңеленән кер эҙләмәй.

 Бөтә ябыҡ ишектәрҙе шаҡырға, бөтә асыҡ ишектәргә инергә ярамай икәнен йәшәй-йәшәй генә аңлайһың. Ғүмер китабыңды ялыу кенәгәһенә әйләндермә.

 Мөһим кеше булыу яҡшы, әлбиттә. Әммә яҡшы кеше булыу мөһимерәк.

 Асыуланышыу урын тарлыҡтан сыҡмай, күңел тарлыҡтан сыға.

 Беҙҙән түбәндәр генә беҙҙең хаҡта насар уйлай. Ә беҙҙән яҡшыраҡтарҙың беҙҙә эше юҡ.

 Күп кешеләр аҙнаны йома көтөп, айҙы байрам көтөп, йылды йәй көтөп, ғүмерҙе бәхет көтөп үткәрә. Ысынында иһә һәр көнгә ҡыуанып, һәр миҙгелгә кинәнеп йәшәргә кәрәк.

 

Сығанаҡ: Рәхимә Мусина.

Фото: Зөһрә Хәкимова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас