Белем усағыбыҙҙа физкультура дәрестәрендә шөғөлләнеү өсөн саңғылар етмәй, йәғни спорт инвентары менән тулыһынса тәьмин ителмәгән. Шуға күрә Янғантау ауыл советы биләмәһе хакимиәте Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында (ППМИ – 2025) ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса йыйылыш үткәрҙе. Ауыл халҡы менән осрашыу Янғантау мәктәбендә булды.
Барыһы ла бер тауыштан программала ҡатнашыу өсөн тауыш бирҙе. Мөһим мәсьәләләр ҡаралды һәм программала ҡатнашыу сиктәрендә түбәндәге көнүҙәк проекттар тәҡдим ителде:
1) Интерактив мәктәп музейын булдырыу;
2) Янғантау мәктәбенең тәҙрә рамдарын алмаштырыу;
3) Саңғы инвентары һатып алыу.
Йыйылыш ҡарары менән “Саңғы инвентары һатып алыу” проекты һайланды.
Тиҙҙән физкультура дәрестәрендә генә түгел, шулай уҡ өҫтәмә спорт саралары һәм секциялар барышында ла шөғөлләнергә мөмкин буласаҡ, тип уйлайбыҙ.
Әлиә ИШБУЛДИНА,
инициатив төркөм ағзаһы.